Өфөлә фатирҙы ҡуртымға алыу хаҡы артҡан, тип билдәләй «Фатирҙар донъяһы» федераль порталы аналитиктары. Эксперттар быны ихтыяждың артыуы менән бәйләй, сөнки ҡуртым ипотека менән сағыштырғанда арзанғараҡ төшә — айлыҡ ҡуртым хаҡы ипотека түләүенән байтаҡҡа аҙыраҡ.
Портал мәғлүмәттәренә ярашлы, баш ҡалала бер бүлмәле фатирҙы ҡуртымға алыу хаҡы 6,5% артҡан (айына 17,22 мең һум).
Ике бүлмәлеһе ғинуар айынан 8% ҡиммәтләнгән (22,85 мең һум).
Ә өс бүлмәле фатирҙың хаҡы йыл эсендә 7,6% артып, 30,8 мең һумға еткән.
Эксперттар әйтеүенсә, беренсел һәм икенсел баҙарҙа хаҡтарҙың артыуы торлаҡ һатып алыу мөмкинлеген кәметә.
«Күптәр өсөн ҡуртымға алыу торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙең берҙән-бер ысулы булып тора. Шуға ярашлы, ихтыяж һәм ставкалар арта, баҙарҙа фатирҙар ҙа кәмей. Йыл аҙағына тиклем ҡуртым хаҡы тағы ла ҡиммәтләнер тип уйлайбыҙ», - тип белдерҙеләр «Фатирҙар донъяһы»нда.