16:48 (UTC+5), 11 Октября 2023

Радий Хәбиров Башҡортостандың һуңғы биш йылдағы төп иҡтисади күрһәткестәре менән таныштырҙы

Фото: Валерий Шахов
Альмира Давлетбаева

«Башҡортостандың үҫеш нигеҙе – ныҡлы күп тармаҡлы иҡтисад. Бөгөн, ковидтан һуңғы ауыр йылдарға ҡарамаҫтан, беҙ сәнәғәт етештереүе күләмен арттырыуға өлгәштек. Биш йыллыҡта был күрһәткес 13,6% артты», - тине Радий Хәбиров Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылышта.

«Өс йыл рәттән Башҡортостан – сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге буйынса федераль рейтинг лидерҙары иҫәбендә. Ике йыл беренсе булдыҡ, хәҙер  өсөнсө урындабыҙ. Был ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың юғары кимәлен күрһәтә. Предприятие етәкселәренә һәм хеҙмәт коллективтарына берҙәм эш өсөн ҙур рәхмәт.

Беҙ «Башнефть», «БСК», «Газпром нефтехим Салауат», Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы - Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, «ПОЛИЭФ», Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты, «Башҡорт баҡыры», «НЕФАЗ», Туймазы бетон ташыу машиналары заводы, «Витязь», «ОЗНА» һәм башҡа компанияларға рәхмәт белдерәбеҙ. Улар ҡатмарлы осорҙа ла етештереүҙе арттыра, күләмле проекттарҙы ғәмәлгә ашыра, иҡтисадтың үҫешенә йоғонто яһай.

Беҙ республиканы Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында инвестицияларҙы арттырыу буйынса алдынғы урынға сығарҙыҡ. Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында Башҡортостан 2018 йылда 23-сө урында булһа, быйыл дүртенсе баҡысҡа күтәрелде. 2019 йылдан инвестициялар 40% ашыуға артҡан, дөйөм күләме 1,6 триллион һумдан ашып киткән.

Инвесторҙар республикабыҙға ҙур теләк менән килә. Ике йыл рәттән беҙҙең «Алға» Рәсәйҙең әүҙем үҫешкән махсус иҡтисади зонаһы тип танылды. Кисә Беларусь премьер-министры Роман Александрович Головченко, Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Александр Валентинович Новак менән «Амкодор-Ағиҙел» заводын астыҡ.

Аграрийҙарға ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ, ауыл хужалығы техникаһын яңыртыуға байтаҡ аҡса йүнәлтәбеҙ», - тине Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-10-11/radiy-habirov-ozvuchil-osnovnye-ekonomicheskie-pokazateli-bashkirii-za-poslednie-pyat-let-3474674

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика