Уҙған йылда Башҡортостанда ипотека алыу мөмкинлеге һиҙелерлек артҡан. РИА Новости әҙерләгән төбәктәр рейтингы мәғлүмәттәре ошо турала һөйләй. Башҡортостан унда 26-сы урында тора, ә былтыр ошондай рейтингта 39-сы баҫҡыста ине.
Рейтингта тәүге өс урында – ЯНАО, Магадан өлкәһе һәм Чукотка. Бында ғаиләләрҙең 60% яҡыны кредитҡа ике бүлмәле фатир һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Һуңғы урындарҙы Севастополь, Ҡарасәй-Черкес һәм Дағстан биләй (күрһәткестәр 10% артмай). Башҡортостанда бер йыл элек был күрһәткес 24,4% булһа, хәҙер 30,7 % процент тәшкил итә. Санкт-Петербург рейтингта, Башҡортостанды бер баҫҡысҡа уҙып китеп, 25-се урынды алды. Мәскәү иһә әлеге рейтингта 50-се урында тора. Ғөмүмән, Рәсәйҙә рәсми килеме һәм ипотека алыу мөмкинлеге булған ғаиләләрҙең өлөшө (2023 йылдың авгусына ҡарата) 27,8% кимәлендә.
«Башинформ» август айында Башҡортостанда 1,8 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырыуҙары тураһында хәбәр иткәйне. Был һан былтырғы күрһәткестәрҙән 5% күберәк.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.