07:51 (UTC+5), 28 Сентября 2023

Рәсәйҙә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы эш менән тәьмин иткән эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтелә

Фото: Валерий Шахов
Альмира Давлетбаева

Дәүләт Думаһы беренсе уҡыуҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы эш менән тәьмин иткән эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеү тураһында закон проектын ҡабул итте. Документҡа ярашлы, махсус операцияла ҡатнашыусыларҙы, хәрби хәрәкәт ветерандарын эшкә алған бәләкәй һәм урта бизнесҡа социаль предприятие статусы, дәүләттән төрлө льготалар бирелә.

Бындай ҡарар, бер яҡтан, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыны эшкә урынлаштырыу эш биреүсе өсөн отошлораҡ булыр, икенсе яҡтан, эшҡыуарҙарға ярҙам итер, бизнесты үҫтереү өсөн өҫтәмә шарттар булдырыр тип күҙаллана.  

«Һалдат-офицерҙарыбыҙ фронттан ҡайтҡас лайыҡлы эш таба, ғаиләһен ҡарай алырына ышанырға тейеш», - тине парламент спикеры Вячеслав Володин.

«Махсус хәрби операция ветерандарына эшкә урынлашыуҙа, яңы һөнәр эҙләүҙә, үҙ эшен асыуҙа ярҙам итеү —  президент Владимир Путин ҡуйған бурыс», — тип иҫкә төшөрҙө ул.

Әйткәндәй, «Башинформ» 2023 йылда Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға нисек ярҙам күрһәтеүҙәре тураһында материал баҫтырып сығарғайны. 

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-09-28/v-rossii-podderzhat-predprinimateley-trudoustraivayuschih-uchastnikov-svo-3457259

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика