Башҡортостанда йәшәү минимумы күләме үҙгәрә. 2024 йылдың 1 ғинуарынан республикала бер кешегә йәшәү минимумы 13 576 һум тәшкил итергә тейеш (хәҙер— 12 650 һум). Эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы 1008 һумға арта (14 798 һумға еткерелә). Пенсионерҙарға — 12 470 һум (+ 480 һум), балаларға 13 169 һум (+ 898 һум) була. Бындай күрһәткестәр киләһе йылдың аҙағына тиклем ғәмәлдә ҡала.
Шулай итеп, граждандарҙың төрлө категориялары өсөн йәшәү минимумы 4% алып 7,3% тиклем арттырыла.
Халыҡтың йән башына һәм айырым социаль-демографик төркөмдәргә йәшәү минимумының яңы күләме Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән билдәләнгән. Документ республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Бынан алдараҡ «Башинформ» 2024 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә минималь хеҙмәт хаҡының 18,5 процентҡа артасағын хәбәр иткәйне.