Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-17 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Сентябрь 2023, 12:37

Республикала медицина хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы 49,2 мең һум тәшкил итә

Олег Яровиков
Фото: Олег Яровиков

Башҡортостан медиктарының уртаса эш хаҡы тәүге ярты йыллыҡта 10% артып, 49,2 мең һум тәшкил иткән. Табиптарҙың хеҙмәт хаҡы 7,6%  артҡан, урта һәм кесе медицина хеҙмәткәрҙәренең иһә 8,9% һәм 7,2 %. Рәсәй һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының ил төбәктәрендә үткәргән тикшереү һөҙөмтәләре шундай.

Башҡортостан медиктарҙың эш хаҡы кимәле буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урында килә. Республикала табиптарҙың айлыҡ килеме уртаса 84,2 мең һум тәшкил итә, Татарстанда ғына күберәк алалар. Әммә маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшеүҙе иҫәпкә алғанда (республика буйынса табиптар өсөн уртаса эш хаҡынан 200% һәм урта медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн 100%) беҙҙең республика алдынғы. Урта медицина хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы 46,6 мең һум тәшкил итә, маҡсатлы күрһәткес 101,2% үтәлгән.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-09-08/srednyaya-zarplata-medrabotnikov-v-bashkirii-sostavlyaet-49-2-tysyachi-rubley-3424974

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас