Эшҡыуар Мария Пацкова дәүләт ярҙамы менән «Загорский имәндәре» глэмпингын төҙөгән. Был хаҡта «Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмө» каналында Иглин районының бизнес-шерифы Венера Нуриәхмәтова хәбәр итте.
Төҙөлөш эштәре барышында эшҡыуар Башҡортостан микрокредит компанияһының ярҙам сараларын файҙаланған, «Минең бизнесым» үҙәге һәм район хакимиәте белгестәренән консультация алған.
Мария Пацкова бизнесын артабан үҫтерергә уйлай, тип билдәләй бизнес-шериф.
Башинформ хәбәр иткәнсә, республикала 2023-2024 йылдарға компанияларға, шәхси эшҡыуарҙарға һәм үҙмәшғүлдәргә модулле урынлаштырыу саралары булдырыу өсөн субсидиялар һаҡланған. Был иһә инвестиция проекттарына ярҙам итеүҙең тағы бер формаһы.