12:38 (UTC+5), 06 Сентября 2023

Башҡортостанда Пилотһыҙ авиация системаларын үҫтереү дирекцияһы булдырылды

Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы менән республикала Пилотһыҙ авиация системалары тармағын үҫтереү дирекцияһы булдырылды. Документ Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Ҡарар пилотһыҙ авиация системалары тармағын үҫтереү, шул иҫәптән граждандар һәм хәрбиҙәр өсөн пилотһыҙ осоу аппараттары етештереү, тармаҡтың ғилми-технологик, кадрҙар потенциалын үҫтереү өсөн ҡабул ителде. Указ менән Дирекция составы раҫланды, унда  Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, предприятиелар, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар етәкселәре, төп юғары уҡыу йорттары ректорҙары, колледждар директорҙары бар. Дирекция рәйесе итеп республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев тәғәйенләнде.

Дирекция 2035 йылға тиклем Башҡортостанда пилотһыҙ авиация үҫеше стратегияһын, пилотһыҙ авиация системалары тармағын үҫтереү буйынса саралар планын әҙерләргә тейеш.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-09-06/v-bashkirii-sozdana-direktsiya-po-razvitiyu-bespilotnyh-aviatsionnyh-sistem-3421300

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика