

Башҡортостанда льготалы ИТ-ипотека программаһы эшләй башлағандан алып 1170 ғариза ҡабул ителгән, 2 миллиард һумлыҡ суммаға 300-ҙән ашыу кредит бирелгән. Был хаҡта социаль селтәрҙә Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте. Республиканың федераль кимәлдә билдәләнгән ставканы өҫтәмә субсидиялау һөҙөмтәһендә хәҙер республикала йылына 4% менән ошондай кредит алырға мөмкин, тип билдәләне ул. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, ИТ-белгестәр өсөн ташламалы ипотека 2022 йылдың мартынан ғәмәлдә.
Кредиттың максималь суммаһы – 6 миллион һум. Программала ҡатнашыусылар республика биләмәһендә төҙөлөп ятҡан йорттан йәки әҙер фатир, шулай уҡ йорт һатып алыу өсөн ипотека кредитын алырға хоҡуҡлы. Аҡсаны подряд килешеүе буйынса өй һалыу йәки ошондай төҙөлөшкә участка һатып алыу өсөн тотонорға мөмкин.
Башҡортостанда теркәлгән һәм аккредитацияланған ИТ-компанияла эшләп йөрөгән 50 йәшкә тиклемге Рәсәй граждандары льготалы ипотека кредиты алыу мөмкинлегенә эйә. Ошо программа тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте бында белергә була.
Бынан тыш, 1 сентябрҙән Рәсәйҙә ИТ-белгестәр өсөн ипотека займдары шарттарын йомшартылды. Хәҙер 36 йәшкә тиклемге хеҙмәткәрҙәр минималь эш хаҡын раҫларға тейеш түгел.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.