17:27 (UTC+5), 01 Сентября 2023

Радий Хәбиров Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны

Фото: Олег Яровиков
Альмира Давлетбаева

«Башнефть» — илебеҙ өсөн стратегик яҡтан мөһим булған компанияларҙың береһе. Бында 35 меңдән ашыу беренсе класлы, намыҫлы һәм үҙ эшенә тоғро белгестәр эшләй, тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта. Сара Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында уҙҙы, тип хәбәр итә «Башинформ»

«Башҡортостандың үҫеш тарихы «Башнефт»тең үҫеш этаптары менән бәйле. Уның менән бергә ҡатмарлы үҫеш юлы үткән компания ветерандарына айырым рәхмәт һүҙҙәрен әйткем килә. «Башнефть» республиканың төп финанс партнеры ла булып тора, өҫтәүенә компания Башҡортостандың ғилми-технологик үҫешенә тос өлөш индерә», — тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе «Башнефть» компанияһының хәйриә эшмәкәрлегенә айырым туҡталды һәм Башҡортостан ҡалалары, райондары хаҡында хәстәрлек күреүе өсөн рәхмәт белдерҙе.

Һуңғы өс йылда ғына Башҡортостан нефтселәре хәйриә проекттарына 4,5 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлткән. 47 район-ҡалала 140-тан ашыу проект ғәмәлгә ашырылған, тиҫтәләгән ҙур социаль инфраструктура объекттары асылған.

«Кушнаренко һәм Тәтешле райондарында ике яңы балалар баҡсаһы барлыҡҡа килде. Өфөлә «Һөйөклө сабыйым» абилитация үҙәге төҙөкләндерелде, үҙенсәлекле балаларға ярҙам итеү өсөн республикала берҙән-бер нейростудия булдырылды», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Бөгөн, Белем көнөндә, Башҡортостанда «Башнефть» ярҙамында төҙөлгән ике мәктәп асылды. Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында 140 урынлыҡ интернат менән 550 уҡыусыға иҫәпләнгән полилингваль күп профилле мәктәп һәм Әлшәй районының Раевка ауылында 375 урынлыҡ мәктәп.

Башҡортостан Башлығы компанияның барлыҡ хеҙмәткәрҙәренә һаулыҡ һәм яңы уңыштар теләп, республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

«Башнефть» акционерҙар нефть компанияһының генераль директоры Андрей Лазеев та коллегаларын һөнәри байрамы менән ҡотланы. Тантаналы сара байрам концерты менән тамамланды.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-09-01/radiy-habirov-vystupil-na-torzhestvennom-sobranii-ko-dnyu-rabotnikov-neftyanoy-i-gazovoy-promyshlennosti-3416191

Олег Яровиков
Фото: Олег Яровиков
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика