Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.31
-1.41
92.86
-1.65
61.92
-0.16
-6 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Сентябрь 2023, 11:40

Башҡортостанда 1-3 сентябрҙә 29 муниципалитетта ауыл хужалығы йәрминкәләре асыла

Валерий Шахов
Фото: Валерий Шахов

Башҡортостанда бөгөн һәм ял көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола. Республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 1-3 сентябрҙә 29 район-ҡалала тәбиғи аҙыҡ-түлек һатып алырға мөмкин.

Башҡортостан муниципалитеттарында 41 майҙансыҡ асыла. Ҡайһы бер тораҡ пункттарҙа улар бер нисә булырға мөмкин. Тулыраҡ мәғлүмәт менән Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының сайтында танышырға була.

Иртәгә, 2 сентябрҙә, Өфөнөң Совет районында Йәштәр һарайы алдындағы майҙанда ауыл хужалығы йәрминкәһе уҙа. Ҡала халҡын йәшелсә һәм яңы айыртылған бал һатып алырға саҡыралар.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-09-01/v-bashkirii-s-1-po-3-sentyabrya-selskohozyaystvennye-yarmarki-otkroyutsya-na-ploschadkah-29-munitsipalitetov-3415183

Автор: Эдуард Ҡусҡарбәков
Читайте нас