Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Август 2023, 14:01

Республиканың Ҡытай менән тауар әйләнеше 88 % артҡан

Башҡортостандың Ҡытай менән үҙ-ара тауар әйләнеше 2023 йылдың тәүге яртыһында 88% тиерлек артҡан. Был хаҡта республика премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте. Уның мәғлүмәттәре буйынса, экспорт һәм импорт күләме лә 82% һәм 155% күберәк.

Республиканың Ҡаҙағстан менән хеҙмәттәшлегендә лә уңыштар билдәләнә. Тауар әйләнешенең — 4%, ә экспорттың 9,5 % артыуы күҙәтелә.

«Быйыл 25 сентябрҙән 27-нә тиклем Астанала «Иннопром. Ҡаҙағстан» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе ойошторола. Башҡортостан унда майҙаны 220 квадрат метрҙан ашыу тәшкил иткән ҙур стенд менән ҡатнашырға ниәтләй. Шулай уҡ әһәмиәтле килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу ҡаралған», — тине Андрей Назаров.

«Башинформ» Башҡортостандың биш айҙа Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре менән тауар әйләнешенең 10 тапҡырға артыуын да хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-08-30/tovarooborot-bashkirii-s-kitaem-vyros-na-88-3412196

Читайте нас: