

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостанда уңыш йыйыу барышы хаҡында һөйләне.
Уның һүҙҙәренсә, 1 миллион 160 мең гектарҙан ашыу майҙанда иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сабылған, был пландың 68% тәшкил итә. Тулайым йыйым — 2 миллион 250 мең тонна иген. Гектарынан уртаса уңыш — 19,6 центнер. Ужым культураларын йыйыу тамамланған.
Бынан тыш, 32 район аграрийҙары рапс, гәрсис һәм етен йыя башлаған. Дөйөм алғанда, 40 мең гектар майҙан сабылған, яҡынса 9 процентында һуғылған (35,4 мең гектар), 30 мең тонна майлы орлоҡ һуғып алынған, гектарынан уңыш 8,5 центнер тәшкил иткән. Аграрийҙар тупаҫ һәм һутлы мал аҙығы әҙерләү эшенә тотонған. Бөгөнгә пландың 59% үтәлгән.
Республикала ужым культураларын сәсеү, ерҙе эшкәртеү һәм техниканы шәкәр сөгөлдөрөн йыйыуға әҙерләү дауам итә. Ужым культуралары яҡынса 160 мең гектар майҙанда, йәғни пландың 25% ашыуында сәселгән.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда ужым культураларын етештереүҙе ике тапҡырға арттырырға йыйыныуҙарын хәбәр иткәйне.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.