Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-1 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Август 2023, 14:32

Башҡортостан аграрийҙары «Рәсәй рекордтары китабы»на ингән комбайнды алырға мөмкин 

2022 йылдың 25 сентябрендә Ростсельмаш етештергән F 2650 мал аҙығы йыйыу комбайны 8 сәғәттә 1 443 тонна силос әҙерләгән. Был ҡаҙаныш «Рәсәй рекордтары китабы»на индерелгән.

Комбайн дөйөм майҙаны 34,08 гектар булған баҫыуҙы сәғәтенә 7,5 саҡрым тиҙлек менән үтә. Рекорд ҡуйған мәлдә яғыулыҡ тоннаһына ни бары 0,51 литр сарыф ителгән.

«Мал аҙығын йыйыуҙа агромашина ышаныслы һәм ҡеүәтле булыуы мөһим. 8 сәғәт буйы бер туҡтауһыҙ эшләй алған F 2650 комбайны эште дөрөҫ ойошторғанда етештереүсәнлек юғары булырға мөмкин», – тип билдәләне Ростсельмаш компанияһының маркетинг департаменты директоры Андрей Рябов.

F 2650 мал аҙығы йыйыу комбайны – F 2000 серияһында етештерелгән иң ҡеүәтле техника. 2019 йылда ул шулай уҡ «Йылдың иң яҡшы ауыл хужалығы машинаһы» Бөтә Рәсәй конкурсында «Йыл асышы» номинацияһында еңеү яулай. Бөгөн комбайн-рекордсменды республиканың  ауыл хужалығы етештереүселәре һатып алырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-08-14/bashkirskim-agrariyam-dostupen-kombayn-iz-knigi-rekordov-rossii-3379119

Читайте нас