Башҡортостанда майлы культураларҙың уртаса уңдырышлылығы әлегә 9,8 ц/га тәшкил итә. Ошо аҙнала был культураларҙы йыйыуға 21 район хужалығы тотонған.
Башстат мәғлүмәттәре буйынса, былтыр Башҡортостанда майлы культураларҙың уртаса уңышы 14,2 ц/га тәшкил иткән (2021 йылға ҡарата+30%). Хәҙер горчица һәм етен йыйып алына.
2022 йылда горчицаның уңышы ике тапҡырға тиерлек артҡан һәм 9,4 ц/га тәшкил иткән (2021 йылға+81%). Етен менән дә шул уҡ хәл 10,2 ц/га (+79% 2021 йылға ҡарата). Етен башлыса лак-буяу сәнәғәтендә ҡулланыла. Горчица орлоғонан аҙыҡ һәм эфир майы, түпрәһенән горчица порошогы һәм органик ашлама яһайҙар.
Былтыр республика аграрийҙары үҙҙәренең төп майлы культураһы-көнбағыштың яҡшы уңышын алды, һөҙөмтәлә 15,5 ц/га тәшкил иткән (2021 йылға ҡарата+26%) — бөтә Волга буйы федераль округындағы кеүек үк насар түгел.
«Башинформ» агентлығына ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 407 мең гектарҙа майлы культуралар сәселгән - былтырғы йыл менән сағыштырғанда бөтә сәсеү майҙандарының 1/7 өлөшө (3 миллион гектар самаһы).
Төп өлөшөн көнбағыш биләй 290 мең гектар. Етен 50 мең, рапс 33 мең гектар, ҡалғандары соя һәм горчица.