09:40 (UTC+5), 21 Июля 2023

Радий Хәбиров республиканың көньяғында «Баҫыу көнө» семинарында ҡатнашты

Фото: Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин

Бөгөн, 21 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Көйөргәҙе районының Яңы Мораптал ауылында үткән «Баҫыу көнө» семинарында ҡатнашты. Йолаға ярашлы, бындай сара йыл да ураҡ алдынан ойошторола.

Республиканың алдынғы ғилми учреждениелары һәм үҫемлектәрҙе, орлоҡтарҙы һаҡлау сараларын етештереүселәр Радий Хәбировты ауыл хужалығы өлкәһендәге асыштары менән таныштырҙы. Атап әйткәндә, улар бойҙай, борсаҡ, ужым арышы, ҡарабойҙай, картуф, емеш-еләк культураларының яңы сорттарын күрһәтте. Республика бюджетынан элиталы орлоҡтар һатып алыуға йыл һайын 100 миллион һум бүленә.

Мелиорация мәсьәләләренә лә ҙур иғтибар бирелә. Бөгөнгә республика биләмәһендә 39,8 мең гектар ҡеүәткә эйә 186 һуғарыу системаһы бар. Быйыл 813,2 гектар ҡеүәтендәге ике объект сафҡа индерелгән, федераль бюджеттан 63,7 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән.

Республика етәксеһе Рәсәйҙең һәм Беларусь Республикаһының төп етештереүселәренең ауыл хужалығы техникаһын ҡараны. Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, 2023 йылда 6,7 миллиард һумға 1450 берәмек техника һатып алынған. Был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 1,4 миллиард һумға күберәк. Ә 2019 йылдан республика аграрийҙары 48 миллиард һумға 14,5 мең берәмек яңы техника һәм ҡорамал һатып алған.

«Йыл да ураҡ алдынан «Баҫыу көнө» семинарын үткәрәбеҙ, алдыбыҙға бурыстар ҡуябыҙ, йомғаҡ яһайбыҙ. Былтыр беҙ 5 миллион тоннанан ашыу иген йыйып алдыҡ. Быйыл йыл аномаль ҡырауҙарҙан башланды, һуңынан оҙайлы ҡоролоҡ булды. Шулай ҙа һеҙ яҡшы уңыш алырһығыҙ тип ышанабыҙ. Ҡәҙерле дуҫтар! Мин ауыл халҡына тағы бер, бәлки, һеҙгә хас булмаған эшегеҙ өсөн рәхмәт әйткем килә. Махсус хәрби операция башланғас, тотош республика берләште. Алғы һыҙыҡтағы яугирҙәребеҙгә ярҙам күрһәтеүҙә тап һеҙ ҙур роль уйнайһығыҙ: аҙыҡ-түлек, техника, нимә кәрәк, барыһын да ебәрәһегеҙ. Хатта гуманитар ярҙам йыйған логистика склады ла «Башсельхозтехника» предприятиеһында урынлашҡан. Шуның өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт», - тине Башҡортостан Башлығы. Ул шулай уҡ республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Радий Хәбиров семинарҙа ҡатнашыусылар менән бергә төрлө бөртөклө һәм майлы культуралар сәселгән тәжрибә диләнкәләрен ҡарап сыҡты.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-07-21/radiy-habirov-posetil-zonalnyy-seminar-den-polya-na-yuge-respubliki-3349965

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика