06:19 (UTC+5), 20 Июля 2023

Республикала йәшәүселәр юғары тиҙлекле интернет үткәреү өсөн ауылдарҙы һайларға мөмкин

Альмира Давлетбаева

Башҡортостанда йәшәүселәр «Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү 2.0» программаһы сиктәрендә 2024 йылда 4G (LTE) интернетын үткәреү өсөн ауылдарҙы һайлап алыу хоҡуғына эйә.

Тауыш биреү өсөн махсус сервис эшләй башланы: https://www.gosuslugi.ru/inet.  100-ҙән 500-гә тиклем кеше йәшәгән ауылдарға юғары тиҙлекле мобиль интернет килә. Онлайн-тауыш биреү 13 авгусҡаса бара. Почта аша ебәрелгән хат 10 сентябргә хәтлем ҡабул ителә.

«Башинформ» асыҡлауынса, тауыш биреүҙә илдең бәлиғ булған граждандары ҡатнаша ала.  

Шулай уҡ түбәндәге адресҡа Рәсәй почтаһы аша ғариза ебәреп, тауыш бирергә була: 123112, г. Москва, Пресненская набережная, дом 10, стр. 2. Үҙ исемеңдән йәки күмәк ғариза яҙырға мөмкин. Хатта тауыш биреүсенең исем-шәрифен, адресын, ҡайһы ауыл өсөн тауыш биргәнен күрһәтергә кәрәк.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-07-19/zhiteli-bashkirii-mogut-vybrat-naselennye-punkty-kuda-provedut-skorostnoy-internet-3346801

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика