Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.97
-0.86
90.01
-0.87
62.51
+0.52
5+ °C
Облачно
Иҡтисад
20 Июля 2023, 10:49

Республикала Дим - Әшә - Өфө маршруты буйынса яңы ҡала яны поезы йөрөй башлай

«Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы» йәмғиәте Дим - Әшә - Өфө маршруты буйынса «Ҡарлуғас» ҡала яны поезы хәрәкәтен ойоштороу мөмкинлеген ҡарай.

Был йүнәлешкә ихтыяжды баһалау өсөн компания республикала йәшәүселәрҙең фекере менән ҡыҙыҡһына. Һорауҙарға яуап биреүҙә ҡатнашыу өсөн https://forms.gle/Y1eSPLFUbUsw3QGC9 һылтанмаһы буйынса үтергә кәрәк.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2022 йылдың яҙында Башҡортостанға «Ҡарлуғас» ҡала яны электр поездарының яңы составы килде.

«Ҡарлуғас»та - биш вагон, 466 ултырғыс, бөтәһе 822 пассажирҙы һыйҙыра.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-07-20/v-bashkirii-planiuretsya-zapusk-novogo-prigorodnogo-poezda-po-marshrutu-dema-asha-ufa-3348563

Читайте нас