Миәкә районында «Нарыҫтау» туристик комплексы киңәйтелә, тип хәбәр итте проект кураторы Альберт Сәфәрғолов Республика йортонда уҙған «Инвестиция сәғәте»ндә.
Турбаза 2019 йылда Сергеев быуаһы буйында төҙөлгән. Уның биләмәһендә 25 кешелек тирмәләр, мунса комплексы, кафе һәм беседкалар бар.
Хәҙер инвестор туристар өсөн 36 урынға иҫәпләнгән ҡунаҡхана комплексын төҙөргә йыйына. Бының өсөн 41 миллион һум талап ителә.
Республиканың инвестиция комитеты тәҡдим ителгән проектты хупланы һәм уға өҫтөнлөклө тигән статус бирҙе. Уны ғәмәлгә ашырыу барышында инженер инфраструктураһын булдырыуға сығымдарҙың бер өлөшө кире ҡайтарыла.
Бынан тыш, быйыл проблемалы юлдарҙы ремонтлау программаһы буйынса Әлшәй районының Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылынан алып Миәкә районының Нарыҫтау ауылына хәтлем автомобиль юлы участкаһы тәртипкә килтерелә, ошо юл менән турбазаға барырға мөмкин.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров инвесторҙарға турбаза биләмәһендә ҡунаҡтар өсөн глэмпинг йәки башҡа форматтағы объекттар төҙөү мөмкинлеген дә ҡарарға кәңәш бирҙе.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.