Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-20 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Июль 2023, 16:40

Өфөлә өҫтәмә белем биреү хеҙмәттәренә яңы тарифтар билдәләнде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Өфө хакимиәте башлығы өҫтәмә белем биреү муниципаль бюджет учреждениелары күрһәткән хеҙмәттәргә яңы тарифтар билдәләне. 2022 йылдың 1 сентябрендә индерелгән хаҡ ғәмәлдән сығарылды.

Яңы тарифтар буйынса, мәктәпкә әҙерлек сәғәте бер кешегә 121 һум тора. Хореография, бейеү һәм вокаль-инструменталь йүнәлештәге дәрестәр 181 һумға төшә. Биҙәү-ҡулланма йүнәлешендәге оҫталыҡ дәресе – 145 һум, компьютерҙа өйрәнеү  – 242 һум.

Өфөнөң өҫтәмә белем биреү системаһына ҡала балалар ижады үҙәге ҡарамағындағы тематик түңәрәктәр һәм профилле балалар белем биреү үҙәктәре ҡарай.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-07-18/v-ufe-vvedeny-novye-tarify-na-uslugi-dopolnitelnogo-obrazovaniya-3344961

Читайте нас