Башҡортостан хөкүмәте ҡарары менән Салауат районының ике участкаһы —төбәктең рекреацион әһәмиәтендәге айырыуса һаҡланған биләмәләр исемлегендә. Улар «Янғантау» геопаркында туризмды ойоштороу өсөн тәғәйенләнгән, тиелә документта.
Асыҡланыуынса, ерҙәр геопарктың яңы объекттарын төҙөү һәм юридик яҡтан рәсмиләштереү өсөн индерелгән.
Яңы Ҡаратаулы ауылынан көнсығыштараҡ 70-90 сутыйлыҡ тәүге участка «Карауанһарай» этнокомплексының, икенсеһе — Йонос ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 2,5 саҡрым алыҫлыҡта 75-80 сутыйлыҡ майҙан «Салауат ере» тарихи-мемориаль паркының бер өлөшө була.
2021 йылда Республика адреслы инвестиция программаһы иҫәбенән «Салауат ере»н һәм «Мәсетле» геокомплексын булдырыуға 250 миллион һум бүлеү, ә «Карауанһарай» этнокомплексын үҫтереүгә шәхси инвестициялар йәлеп итеү планлаштырылғайны. Геопарктан хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта был объекттарҙа тикшереү эштәре алып барыла, финанслау көтөлә.
«Янғантау» геопаркы 2017 йылда ойошторолдо. 2020 йылда Рәсәйҙә һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһендә тәүгеләрҙән булып бөтә донъя ЮНЕСКО селтәренә инде. Геопарк биләмәһендә 20-нән ашыу геологик объект бар, уларҙың өсәүһе (Мәсетле киҫелеше, Оло Лука киҫелеше, Янғантау) — халыҡ-ара, 10-һы — милли һәм 21 объект белем биреү әһәмиәтенә эйә.