17:23 (UTC+5), 28 Июня 2023

Башҡортостан менән Гродно өлкәһе берлектәге саралар планын раҫланы

Фото: Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте сайты
Альмира Давлетбаева

Бөгөн, 28 июндә, Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумында Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте һәм Беларусь Республикаһының Гродно өлкәһе башҡарма комитеты араһында Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко һәм Беларусь Республикаһы Милли йыйылышы Советы рәйесе Наталья Кочанова ҡатнашлығында 2024-2027 йылдарға иҫәпләнгән сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни өлкәләрҙә халыҡ-ара һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе тормошҡа ашырыу планына ҡул ҡуйылды.

«Ҡул ҡуйылған документ төбәк-ара, сауҙа-иҡтисади, инвестиция хеҙмәттәшлеген, шулай уҡ мәҙәниәт, туризм һәм милли сәйәсәт, мәғариф, йәштәр сәйәсәте һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә берлектәге сараларҙы үҙ эсенә ала», — тине хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров.

Анығыраҡ әйткәндә, конгресс сараларында һәм эшлекле миссияларҙа ҡатнашыуға булышлыҡ итеү, яҡтарҙың эшҡыуарлыҡ берләшмәһе араһында эшлекле бәйләнештәрҙе үҫтереү, инвестиция тәҡдимдәре менән уртаҡлашыу, Башҡортостан Республикаһының һәм Гродно өлкәһенең туристик потенциалын үҫтереүгә булышлыҡ күрһәтеү планлаштырыла.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-06-28/bashkiriya-i-grodnenskaya-oblast-belarusi-utverdili-plan-sovmestnyh-meropriyatiy-3318853

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика