09:05 (UTC+5), 28 Июня 2023

Башҡортостан менән Беларусь ҡулланыусылар кооперацияһы өлкәһен үҫтерә

Фото: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте сайты
Альмира Давлетбаева

28 июндә Өфөлә барған Төбәктәр форумында Белоруссия менән Башҡортостан республика ҡулланыусылар йәмғиәттәре союздары араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

«Әлеге ваҡытта Башпотребсоюздың ҡеүәтле етештереү базаһы бар, үҙ тауарҙарын әҙерләү һәм һатыу менән әүҙем шөғөлләнә. Башҡортостанда кооперацияны үҫтереүҙең төп бурысы — ауыл хужалығы, емеш-еләк продукцияһын эшкәртеүҙе сифатлы, яңы дәрәжәгә күтәреү һәм Башҡортостан эсендә лә, унан ситтә лә тауар әйләнешендә лайыҡлы урын алыу. Белорус коллегаларыбыҙҙың был йүнәлештә яҡшы тәжрибәһе бар. Ике союзды берләштереү ике яҡ өсөн дә файҙалы булырына ышанам», — тип билдәләне Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Киләсәктә уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ярҙам итеү, ҡулланыусылар кооперацияһы ойошмаларының иҡтисади ҡеүәтен нығытыу маҡсатында яҡтар араһында хеҙмәттәшлек итеү һәм стратегик хеҙмәттәшлекте нығытыу килешеүҙең педметы булып тора.

Был килешеү халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү, уның тауар һәм хеҙмәттәргә булған ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү, ауыл хужалығы продукцияһын әҙерләү һәм эшкәртеү системаһын камиллаштырыу маҡсатында яҡтарҙың ҡулланыусылар кооперацияһы потенциалын үҫтереүгә һәм файҙаланыуға йүнәлтелгән.

Әлеге документҡа ярашлы яҡтар үҙ-ара файҙалы сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе киңәйтеүгә булышлыҡ итәсәк.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-06-28/bashkiriya-i-belarus-podpisali-soglashenie-v-sfere-razvitiya-potrebitelskoy-kooperatsii-3318749

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика