12:57 (UTC+5), 21 Июня 2023

Республиканың 49 районы хужалыҡтары бесән сабыуға төшкән

Фото: Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы

Башҡортостанда 54 райондың 49-ында бесәнгә һәм сенажға үлән саба башлағандар. Бөтәһе 60 мең гектарҙан ашыу майҙан сабылған — 8 мең тоннаға яҡын бесән һәм 150 мең тоннанан ашыу сенаж әҙерләнгән.

Хәҙер хужалыҡтар араһында ярыштар уҙғарылмай, әммә, Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, мал аҙығын әҙерләүҙә Ауырғазы районы хужалыҡтары беренсе урында килә, улар 5,3 мең гектар үлән сапҡан һәм 20 мең тонна сенаж әҙерләгән. Борай районында — 16 мең тоннаға яҡын, Саҡмағошта 14,5 мең тонна сенаж һалынған.

Норматив буйынса, бер баш малға имен ҡышлау өсөн яҡынса 30 центнер мал аҙығы берәмеге әҙерләнергә тейеш.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-06-21/v-bashkirii-kosovitsa-trav-idyot-v-49-rayonah-3308247

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика