Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Июнь 2023, 15:04

31 июлдә Өфөлә Шаҡша күперендә төҙөкләндереү эштәре башлана

Өфө ҡалаһы хакимиәте
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте

31 июлдә (дүшәмбе) Шаҡша күперен төҙөкләндереү башлана, юлдың яртыһы ябыла. Был хаҡта Өфө хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Юлдар һәм яһалма ҡоролмалар төҙөү, ремонтлау идаралығы начальнигы Константин Паппе хәбәр итте.

Әле объект эргәһендә майҙансыҡ әҙерләнә, 1 июлдән төҙөлөш ҡаласығы ойошторола һәм техника килтерелә башлай.

«Шулай уҡ М-5 Урал трассаһын реконструкциялау эштәре бара, ә киләһе йылдың тәүге яртыһында Көнсығыш сығыу юлына юл сафҡа индереләилтәсәк, был иһә М-5-тән М-7-гә транспорт ағымын көйләргә ярҙам итергә тейеш», — тип билдәләне Константин Паппе.

Генераль подрядсы — «Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәте. Контракттың хаҡы — 2,16 миллиард һумдан ашыу, эштәрҙе 2025 йылдың 28 февраленә тамамлау планлаштырыла.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-06-20/raboty-na-shakshinskom-mostu-v-ufe-nachnutsya-31-iyulya-3306830

Читайте нас