Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Бәйләнештә»ге сәхифәһендә элекке комбайнсының нисек эшҡыуар булып китеүе хаҡында яҙҙы.
«Дыуан районынан Сергей Ившин үҙ ваҡытында тормошон ҡырҡа үҙгәртергә баҙнат иткән. Хәҙер эшҡыуар Мәсетле районынан Ҡариҙел районына тиклем урмандарҙы ҡуртымға алған. Хужалығында — Таҙтүбә һәм Вознесенка ауылдарында дүрт пилорама. Предприятиела 30-ға яҡын эш урыны бар. Ағасты ҙур заводтарға ташыйҙар», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, яңы эш башлаған эшҡыуар бизнесын дәүләт ярҙамында үҫтергән. Ул һатып алған махсус техника һәм ҡорамалдар өсөн сығымдарҙы ҡаплауға муниципаль субсидия алған.
2022 йылда Сергей Ившин йәнә бер проектты ғәмәлгә ашырған. Ул Дыуан ипподромының иҫке ат һарайҙарын һатып алып, тоҡомло аттарға заказ биргән. Хәҙер Дыуан районының Ҙур бүләгенә ат сабыштары үткәрә, унда башҡа төбәктәрҙән дә вәкилдәр ҡатнаша. Киләсәктә эшҡыуар бындай ярыштарҙы йыл һайын уҙғарыу, район халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн ат клубын асыу хыялы менән янып йәшәй.
Аҙна һайын Башҡортостандың барлыҡ райондарында «Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре» уҙа, тип иҫкә төшөрҙө Радий Хәбиров. Бизнес-шерифтар менән бәйләнешкә инеү өсөн мәғлүмәттәрҙе бында табырға мөмкин.