Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Май 2023, 17:04

Республикала һөт продукцияһы өсөн биофабрика барлыҡҡа килеүе ихтимал

Валерий Шахов
Фото:Валерий Шахов

Башҡортостанда импортты алмаштырыу программаһы буйынса хаҡы 332,98 миллион һумлыҡ һөт әсеткеләре етештереүҙе ойоштороуҙары ихтимал. «Башинформ»ға республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һөт ризыҡтарын етештереү өсөн биофабриканы Баҡалы районында урынлаштырыу планлаштырыла.

Билдәләнеүенсә, әсеткене Рәсәй, шулай уҡ сит ил комбинаттарына оҙатыу ҡарала. Буласаҡ инвестор проектты өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерергә, шулай уҡ ер участкаһын сауҙалашыуһыҙ алырға һәм ойошма милкенә һалымдан азат ителергә мөмкин.

Бынан тыш, биофабрикала 40 яңы эш урынын булдырыу көтөлә.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-05-23/v-bashkirii-mozhet-poyavitsya-biofabrika-dlya-molochnoy-produktsii-3268388

Читайте нас: