08:54 (UTC+5), 23 Мая 2023

Өфөлә «Газ. Нефть. Технологиялар» күргәҙмәһе һәм Рәсәй нефть-газ химияһы форумы асылды

Фото: Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин

Бөгөн, 23 майҙа, Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 31-се «Газ. Нефть. Технологиялар» халыҡ-ара күргәҙмәһен һәм Рәсәй нефть-газ химияһы форумын асыу тантанаһында ҡатнашты. Башҡортостандың баш ҡалаһына Рәсәй, Беларусь, Үзбәкстан, Иран һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһынан  1750 ҡатнашыусы йыйылды.

«Газ. Нефть. Технологиялар» күргәҙмәһе 30 йыл эшләү дәүерендә көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү һәм нефть-газ химияһы комплексын артабан үҫтереүҙең оптималь ҡарарҙарын ҡабул итеү өсөн абруйлы майҙансыҡҡа әүерелде.

«Мин Рәсәйҙең 40-тан ашыу төбәгенән килгән ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы ҡайнар сәләмләйем. Бигерәк тә сит илдәрҙән килгән партнерҙарыбыҙға – Белоруссия, Ҡытай Халыҡ Республикаһы, Иран, Азербайжан, Үзбәкстан делегацияларына рәхмәт. Был күргәҙмәне нефть һәм газ химияһы тармағы өсөн бик ҡатмарлы осорҙа ойошторҙоҡ. Сөнки ул санкциялар баҫымына айырыуса ныҡ дусар ителде. Ләкин хатта ошо күргәҙмә, бындағы объекттар ҙа тармаҡтың үҫешеүе хаҡында һөйләй. Һуңғы ваҡытта беҙҙә үткәрелгән барлыҡ форумдарҙа ла яңы объекттар асыла. Бөгөн дә бер нисә объектҡа старт бирәбеҙ. Быйыл «Газпром трансгаз Өфө» компанияһына - 70, «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһына 75 йыл тула. Республикабыҙ иҡтисадының төп «локомотивы» булып торған ошо предприятиеларҙы, уларҙың коллективтарын ысын күңелдән ҡотлайбыҙ», - тине Радий Хәбиров.

Күргәҙмәне асыу тантанаһында тура эфирҙа Башҡортостан Башлығы Иглин ауылының Йондоҙло биҫтәһендә газ таратыу селтәрен эшләтеп ебәреүгә, Белоретта Сибай магистраль үткәргестәр идаралығы майҙансығы, Өфө районында технологик транспорт һәм махсус техника майҙансығы эшенә, шулай уҡ республика газ транспорты системаһының тарихи урындары буйлап «Башҡортостан буйлап метанда» автомобиль уҙышына старт бирҙе.

Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Дмитрий Титоренконың тормош иптәшенә йортҡа газ үткәреү өсөн сертификат тапшырҙы һәм юбиляр предприятиеларҙың хеҙмәткәрҙәрен дәүләт наградалары менән бүләкләне.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-05-23/v-ufe-otkrylis-vystavka-gaz-neft-tehnologii-i-rossiyskiy-neftegazohimicheskiy-forum-3268625

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика