15:58 (UTC+5), 23 Мая 2023

Башҡортостан аграрийҙарына льготалы кредиттарға өҫтәмә рәүештә 86 миллион һум бүленде

Фото: Олег Яровиков

Башҡортостан аграрийҙарына 2023 йылда агросәнәғәт комплексын льготалы кредитлау өсөн өҫтәп 86 миллион һум аҡса бүленде. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының ошо ҡарары хаҡында республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Башланғыс ауыл хужалығы секторына йылына 5% тиклем ставка менән тағы 2,4 миллиард һум кредит йәлеп итергә мөмкинлек бирергә тейеш.

«Льготалы кредиттар миҙгелле баҫыу эштәрен башҡарыу өсөн төп аҡса сығанағы булып ҡала. Бөгөн федераль аграр ведомство Башҡортостан аграрийҙарының 6,7 миллиард һумлыҡ кредитҡа 237 ғаризаһын хупланы, заемсыларға 5,2 миллиард һум бирелде. Льготалы кредитлау барышында Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы предприятиеларына дөйөм суммаһы 3,4 миллиард һумлыҡ 115 ғариза хупланды», — тине Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Республикала агросәнәғәт комплексын льготалы кредитлау буйынса аҡсаның дөйөм күләме 480,6 миллион һум тәшкил иткән — түбәнәйтелгән ставка буйынса 9 миллиард һумлыҡ кредит.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостандың агросәнәғәт комплексын һанлы үҙгәртеү буйынса илдә икенсе урын алыуын хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-05-23/agrariyam-bashkirii-dopolnitelno-vydelili-86-mln-rubley-na-lgotnye-kredity-3269026

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика