

25-27 майҙа Сибайҙа «Урал аръяғы» V Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы 2 миллиард һумдан ашыу суммаға хеҙмәттәшлек тураһында 7 килешеүгә ҡул ҡуйырға йыйына. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
«Документтар юл буйы сервисын, шулай уҡ тиҙ хеҙмәтләндергән йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары селтәрен үҫтереү өлкәһендәге хеҙмәттәшлеккә ҡағыла. Нуғай ауылы эргәһендәге «Өфө - Охлебинин» автомобиль юлы буйында комплекс төҙөү тураһында килешеүҙе иң күләмлеһе тип иҫәпләргә мөмкин. Инвестор проектҡа 254 миллион һум аҡса бүлергә ниәтләй», - тине Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.
Бынан тыш, инвестиция һабантуйында министрлыҡ «Етештереүселәр һәм ритейл. Кәштәгә сығарыу» темаһына түңәрәк өҫтәл үткәрә. Унда урындағы етештереүселәрҙең тауарҙарын һатыу өсөн инфраструктура булдырыу мәсьәләләре тикшерелә. Федераль һәм төбәк селтәрҙәренең Башҡортостан етештереүселәренә ҡыҙыҡһыныуы арта, ә тегеләр уларға лайыҡлы тәҡдим төҙөргә әҙер. Инвестиция һабантуйында ҡатнашыусыларҙың эшлекле мәсьәләләрҙе тикшереүҙән тыш, республиканың мәҙәни һәм гастрономик традициялары менән танышыу мөмкинлеге бар.
Бынан алдараҡ «Башинформ» «Урал аръяғы» инвестиция һабантуйы барышында бизнес-шерифтарҙың төбәк-ара форумы ойоштороласағын хәбәр иткәйне.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.