Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында 2023 йылда «Агростартап» программаһы буйынса грантҡа дәғүәселәрҙе һайлап алыу буйынса конкурс комиссияһы эшләй башланы. Был хаҡта «Башинформ»ға аграр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Бөгөн ултырышта комиссия ғариза биреүселәрҙең документтарын программа шарттарына тап килеү-килмәүен тикшерә. Артабанғы ултырыштарҙа дәғүәселәр проекттарын яҡлай.
«Конкурс комиссияһының эше ведомствоның «Бәйләнештә»ге рәсми төркөмөндә тура эфирҙа күрһәтелә, — тип билдәләне хөкүмәт вице-премьеры - Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. — Быйыл республикала «Агростартап» программаһын тормошҡа ашырыу өсөн аҡсаның дөйөм күләме 95 миллион һум тәшкил итә».
«Агростартап» гранттары Рәсәй президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса әҙерләнгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам милли проекты сиктәрендәге «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын акселерациялау» төбәк проекты буйынса бүленә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.