
2024 йылдың 1 ғинуарынан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме 19 мең һумдан ашыу була. «Российская газета» хәбәр итеүенсә, Дәүләт Думаһында ошо турала закон проекты әҙерләнгән.
Әле МРОТ — 16 мең 242 һум. Депутаттар уны өс меңгә — 19 242 һумға тиклем арттырырға тәҡдим итә. Был сумма Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт министрлығы менән килешелгән.
Минималь эш хаҡы күләме даими үҙгәреп тора. Әйтәйек, 2022 йылда ул ике тапҡыр — 1 ғинуарҙан һәм 1 июндән арттырылды. 2022 йылдың башында хеҙмәткә түләүҙе арттырыу тураһында ҡарар пандемияға бәйле сикләүҙәрҙе иҫәпкә алып ҡабул ителде. Йыл аҙағына хәл үҙгәрҙе, санкцияларҙың граждандарҙың именлегенә йоғонтоһон иҫәпкә алып, сумма арттырылды.
Бынан алдараҡ «Башинформ» 2024 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен 18,5% индексациялауҙары тураһында хәбәр иткәйне.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.