Бөгөн, 22 мартта, Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры урынбаҫары Андрей Разин менән кисә ВДНХ-Экспо күргәҙмәләр комплексында асылған 33-сө «Агрокомплекс» халыҡ-ара күргәҙмәһен ҡараны.
Быйыл күргәҙмәлә Рәсәйҙән, Ҡытайҙан, Ҡырғыҙстандан, Көньяҡ Кореянан 340 экспонент ҡатнаша. Беларусь Республикаһын Гродно өлкәһенең коллектив экспозицияһы күрһәтә.
33-сө «Агрокомплекс» халыҡ-ара күргәҙмәһе 17 600 квадрат метр майҙанда урынлашҡан. Күргәҙмә тарихында был — Башҡортостанда иң ҙур экспозиция. ВДНХ-Экспо алдындағы 9 мең квадрат метр майҙанда 180 берәмектән ашыу ауыл хужалығы техникаһы — заманса тракторҙар, комбайндар, ҙур габаритлы ҡорамалдар ҡуйылған.
Йәй көнө «Өфө» индустриаль паркы биләмәһендә Белоруссияның «Амкодор»ы менән берлектә игенде урып-йыйғандан һуң эшкәртеү өсөн техникаһы производствоһын асыу планлаштырыла. Республика Башлығы ауыл хужалығы министры урынбаҫарына йылына 40-ҡа яҡын иген киптереү комплексы сығарырға йыйыныуҙары хаҡында һөйләне. Заводтағы ҡорамалдарҙың 90 проценты Рәсәйҙә һәм Белоруссияла етештерелгән.
Башҡортостандың Беларусь менән хеҙмәттәшлек итеүенә тағы бер миҫал — республикабыҙҙың «Агросила» предприятиеһында Белоруссияның «Гомсельмаш» холдингының иген йыйыу комбайндары производствоһы. Радий Хәбиров менән Андрей Разин мал аҙығы йыйыу техникаһының яңы өлгөләре менән танышты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр «Агрокомплекс 2022» күргәҙмәһе барышында «Гомсельмаш» менән Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы араһында 90 иген һәм мал аҙығы йыйыу комбайнын алыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылғайны.
Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры урынбаҫары Андрей Разин һүҙҙәренсә, быйылғы күргәҙмәлә Рәсәй техникаһы күберәк, номенклатура ла киңәйгән.
Башҡортостан Башлығы һәм Андрей Разин минераль ашламалар, үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларын етештергән предприятиелар, шул иҫәптән Мәләүез минераль ашламалар заводы етәкселәре менән аралашты.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.