Башҡортостанда Херсондан күскенселәр104 миллион һумлыҡ торлаҡ сертификаттары алды. Был хаҡта республика хөкүмәте ултырышында премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе.
Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостанда даими йәшәгән урынын ҡалдырып китергә мәжбүр булған Херсон һәм өлкә халҡына ярҙам күрһәтеү буйынса эш дауам итә. Бөгөнгә дәүләт ярҙамы сараларын күрһәтеү тураһында 92 ғариза ҡабул ителгән. Уларҙың 50% — торлаҡ сертификатын алыу өсөн.
«Бөгөн ихтыяждың дөйөм суммаһы яҡынса 110 миллион һум тәшкил итә. Финанслау Территорияларҙы үҫтереү фондының асыҡ-хоҡуҡи компанияһы аҡсаһына иҫәбенә алып барыла. Әлеге ваҡытта дөйөм суммаһы 104 миллион һумлыҡ 31 дәүләт торлаҡ сертификаты сығарылды, шулай уҡ граждандарға 100 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе бүлеү йәһәтенән 31 ыңғай ҡарар ҡабул ителде», — тине Андрей Назаров.
Республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин һүҙҙәренсә, күскенселәргә түләүҙәр Башҡортостан Республикаһы биләмәләрен үҫтереүгә федераль фондынан аҡса бүленгәс күсерелә. Яҡынса ваҡыты — 2023 йылдың март аҙағы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.