
Башҡортостандың Иран менән хеҙмәттәшлеген артабан үҫтереү өсөн махсус эшсе төркөм ойошторола. Республика яғынан уны Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары — иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов, Иран яғынан иһә Ирандың сәнәғәт, рудниктар һәм сауҙа министры урынбаҫары Алиреза Пейман Пак етәкләй. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итте.
Хеҙмәттәшлек йүнәлештәре Башҡортостан менән Иран араһында хеҙмәттәшлекте һәм кооперацияны үҫтереү буйынса юл картаһында сағылыш табырға тейеш. Башҡарылған эштең һөҙөмтәләре йыл аҙағында өлгәшелгән аныҡ күрһәткестәр, мәҫәлән, тауар әйләнеше үҫеше һәм башҡалар буйынса баһалана, тип билдәләне республика Башлығы Радий Хәбиров.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Ирандың Башҡортостандан юғары технологиялы ҡорамалдар алыу менән ҡыҙыҡһыныуын хәбәр иткәйне.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.