17:02 (UTC+5), 06 Марта 2023

Өфөнән Минскиға тәүге самолет осто

Фото: «Өфө» аэропортының матбуғат хеҙмәте
Галина Бахшиева

Бөгөн Red Wings авиакомпаняһы Өфөнән Белоруссияның баш ҡалаһына — герой-ҡала Минскиға тәүге даими рейс асты. Был хаҡта Өфө аэропортының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Рейс аҙнаһына бер тапҡыр, дүшәмбе көндәрендә башҡарыла.

Юлға 2 сәғәт 30 минут ваҡыт китә.

Әле Өфөнән Минскиға һәм кире йүнәлештә рейстар йышлығын арттырыу буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, Өфөнән Минскиға тура авиарейстар — принципиаль мәсьәлә.

«Республикабыҙ һәм Белорусь араһында тығыҙ, партнерлыҡ мөнәсәбәттәре булдырылды, — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. — Беҙ сауҙа, сәнәғәт, мәҙәниәт, туризм өлкәһендә ныҡлы бәйләнештәрҙе яйға һалдыҡ. Уларҙы артабан да үҫтерергә ниәтләйбеҙ. Июндә Өфөлә ике ил төбәктәре форумы бының өсөн тағы ла бер етди этәргес булыр тип көтәбеҙ».

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 16 февралдә Рәсәйҙең тағы бер авиакомпанияһы Өфөнән Дүшәнбегә осош программаһын асты. 17 февралдә «Өфө —Сәмәрҡәнд» тура авиаосоштары башланды.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-03-06/iz-ufy-v-minsk-vyletel-pervyy-samolet-3167600

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика