Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.29
+0.18
29+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Март 2023, 17:46

Радий Хәбиров Башҡортостандың янғын хәүефе миҙгеленә әҙер булыуы хаҡында белдерҙе

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Фото:Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Федераль урман хужалығы агентлығы етәксеһе Иван Советников менән осрашыуҙан һуң журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.  2021 йылда урман янғындары буйынса һабаҡ алдыҡ, күп кенә муниципалитеттарҙа апрелдән алып сентябрь аҙағынаса бер тамсы ла ямғыр яуманы, тип билдәләне ул.

«Был янғын йәһәтенән бик хәүефле миҙгел булды. 2022 йыл ундай булманы. Ләкин шуныһы мөһим – 2021 йыл барыбыҙға ла яҡшы һабаҡ бирҙе һәм беҙ алдан әҙерләнә башланыҡ, тағы техника һатып алдыҡ. Ойоштороу сараларын уҙғарҙыҡ һәм 2022 йылды бик етди ҡаршыланыҡ. Быйыл техника һәм кешеләр тулыһынса әҙер. Республикала «Урманды һаҡлаусы», видеокүҙәтеү системалары эшләй, улар беҙгә янғынды иртәрәк асыҡларға мөмкинлек бирә. Республика яҙғы һәм йәйге осорға, янғын хәүефе осорона әҙер тип әйтә алам», — тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе Федераль урман хужалығы агентлығы менән үҙ-ара һөҙөмтәле эште лә билдәләне.

«Был беҙҙең партнерыбыҙ. Агентлыҡтың милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға етди ҡарауы өсөн рәхмәтлебеҙ. Милли проект буйынса беҙ техника өлкәһендә ярайһы уҡ етди ярҙам алабыҙ, урман ҡоротҡостарына ҡаршы көрәш өсөн рәхмәт. Минеңсә, был — берлектәге эште яҡшы ойоштороу миҫалдарының береһе», — тине Радий Хәбиров.
Автор:Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас: