Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.13
+0.02
18+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Март 2023, 11:02

Өфөлә дөйөм ҡала өмәләрен һәм айлыҡтарын үткәреү ваҡыты раҫланды

Өфө хакимиәте
Фото:Өфө хакимиәте

Өфө хакимиәте ҡарарына ярашлы, территорияны санитар таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса айлыҡтар яҙғыһын - 3 апрелдән 14 майға, ә көҙ көнө 11 сентябрҙән 15 октябргә тиклем ойошторола. Дөйөм ҡала өмәләре 8 апрелдә, 15 апрелдә, 13 майҙа, 23 сентябрҙә һәм 30 сентябрҙә үткәрелә.

Муниципаль хеҙмәттәргә райондарҙың биләмәләренән Яңы Черкассы ҡасабаһы янындағы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигонына сүп-сар сығарыу өсөн кәрәкле техника бүлергә ҡушылды.

«БашРТС» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Өфө инженер селтәрҙәре» муниципаль унитар предприятиеһы, «Башкирэнерго» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең «Өфө ҡала электр селтәрҙәре» производство берекмәһе, «Өфө һыу каналы» дәүләт унитар предприятиеһы, «Газпром газ бүлеү Өфө» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең филиалы һәм ер эштәрен башҡарған ойошмаларҙың етәкселәренә 2023 йылдың 1 майына тиклем төҙөкләндереү эштәрен 100% тамамлау бурысы йөкмәтелде. Йәйге-көҙгө осорҙа атҡарылған эштәр 10 октябргәсә тамамланырға тейеш.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-03-01/v-ufe-utverzhdeny-sroki-provedeniya-obschegorodskih-subbotnikov-i-mesyachnikov-po-ozeleneniyu-i-ochistke-3161934

Читайте нас: