10:50 (UTC+5), 14 Февраля 2023

Республикала бейә һөтөнән косметика етештерә башлайҙар

Фото: Олег Голов/vk.com
Ләйсән Закирова

Республикала бейә һөтөнән косметика етештерә башлайҙар. Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы «Благзавод» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен «Благовещен» йылдам үҫеш биләмәһе резиденттары реестрына индерҙе. Компания – йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең 35-се ағзаһы.

«Башинформ» агентлығына Благовещен районы хакимиәте башлығы Олег Головтан билдәле булыуынса, проектты ғәмәлгә ашырыуға яҡынса 3 миллион һум һалына. Аҡса етештереү бинаһы һәм технологик ҡорамалдар һатып алыуға йүнәлтелә. Производствоны асыу ун яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирә. Компания хужаларының йылына 6500 тауар етештереп сығарыу планы бар. Уларҙы сауҙа селтәрҙәрендә, шулай уҡ күргәҙмәләрҙә һәм йәрминкәләрҙә һатырға ниәтләй.

Продукцияла бейә һөтөнән тыш, тәбиғи үҫемлек һәм мал компоненттары файҙаланыла. 

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-02-14/v-bashkirii-nachnut-proizvodit-kosmetiku-na-osnove-kobyliego-moloka-3141855

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика