14:30 (UTC+5), 14 Февраля 2023

Башҡортостанда 28 меңдән ашыу ғаилә бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие алған

Фото: Наталья Овчарук
Галина Бахшиева

Былтыр республикала 28 260 ғаилә бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие алған, тип хәбәр иттеләр Социаль фондтың Башҡортостан буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән.

«Ата-әсәләргә матди ярҙамдың дөйөм суммаһы 662,2 миллион һумдан ашыу тәшкил итте. Аҡса ғаиләлә тыуған һәр бала өсөн бирелде», — тине Социаль фондтың республика буйынса бүлексәһе идарасыһы урынбаҫары Фәнил Вәхитов.

Бала тыуғанда пособие илдәге бөтә ғаиләләргә түләнергә тейеш, килеме һәм балалар һаны мөһим түгел. Аҡсаны эшләгән һәм эшләмәгән ата-әсәләр ҙә алырға мөмкин.

Әйтәйек, эшләп йөрөгән ата-әсәгә пособие бала тыуыу тураһында ЗАГС реестры мәғлүмәттәре нигеҙендә автоматик рәүештә тәғәйенләнә. Эшләмәгән ата-әсәгә аҡса юллау өсөн Социаль фондтың клиент хеҙмәтенә йәки ошондай хеҙмәт күрһәткән күп функциялы үҙәккә ғариза бирергә кәрәк. Ғариза дәүләт хеҙмәттәре порталында ла ҡабул ителә.

Ғәмәлдәге ҡағиҙәләргә ярашлы, пособиеға опекун, уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыусы йәки баланы тәрбиәгә алған ата-әсә лә хоҡуҡлы.

2023 йылдың 1 февраленән бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособиеның күләме 26 345 һум тәшкил итә.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-02-14/edinovremennoe-posobie-pri-rozhdenii-rebenka-poluchili-bolee-28-tysyach-semey-bashkirii-3142259

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика