Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Илеш районына эш сәфәре 1 200 баш һауын һыйырына иҫәпләнгән һөтсөлөк йүнәлешендәге малсылыҡ комплексын төҙөү майҙансығынан башланды. Проектҡа 1,2 миллиард һум аҡса талап ителә, 2021 йылдың сентябрендә өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерелгән. Премьер-министр урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һүҙҙәренсә, комплекс сафҡа индерелгәндән һуң йылына бер һыйырҙан 8000 килограмм һөт һауып алып, 11 мең тонна һөт етештереү күҙаллана. Мал аҙығы үҙәге лә төҙөлә.
«1 майҙа төҙөлөш эштәренә тотонабыҙ. Төҙөлөш майҙансығы әҙер. Финанслауға килгәндә, 20 проценты – предприятие, 80 проценты – заем аҡсаһы. Быйыл һыйыр аҙбары, һауыу һәм быҙаулатыу блоктары төҙөп, 11 октябргә файҙаланыуға тапшырырға иҫәп тотабыҙ. 2024 йылда һыйыр аҙбарының икенсе корпусын, сенаж траншеяларын сафҡа индерергә уйлайбыҙ. 2025 йылда биләмәне төҙөкләндерербеҙ һәм комплексты тапшырырбыҙ», – тип һөйләне «Башинформ» агентлығына «Үҙәк» МТС-ының капиталь төҙөлөш бүлеге начальнигы Венер Әбүбәкеров.
Инвесторға ауыл хужалығы техникаһы, ҡорамалдар һәм йәш тоҡом малын һатып алыуға сығымының бер өлөшөн ҡаплайҙар.
Радий Хәбиров етештерелгән һөттө ҡайҙа һатыу, шулай уҡ мал аҙығы әҙерләү өсөн майҙандар бармы-юҡмы икәнлеге менән ҡыҙыҡһынды. «Үҙәк» МТС-ы вәкилдәре әйтеүенсә, уларҙың һөт заводтарына ташыу эше яйға һалынған, мал аҙығы әҙерләү менән дә проблемалар юҡ.
Әйткәндәй, Илеш районы республикала һөт етештереү буйынса икенсе урынды биләй, былтыр бында 50, 4 мең тонна һөт етештерелгән.
2030 йылға республикала 50 индустриаль һөтсөлөк фермаһын төҙөү планлаштырыла.
Белгестәр баһалауынса, стандарт индустриаль ферманың сығымын – 8 йылда, ә республиканан күрһәтелгән ярҙам менән 6 йылда ҡапларға мөмкин.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.