
2022 йылда Өфөлә 1 миллион 170 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән, был ҡала тарихында, шул иҫәптән совет осоронда абсолют рекорд булды. 2021 йылдағы рекордтан 2 мең квадрат метрға күберәк. Пандемияға тиклемге 2019 йыл менән сағыштырғанда, төҙөлөш тармағы күрһәткестәре 60 процентҡа артҡан. Был хаҡта баш ҡала мэры Ратмир Мәүлиев ҡала Советы алдындағы сығышында белдерҙе.
Киләһе ун йыллыҡта Өфө 3 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү кимәленә сығырға тейеш.
Торлаҡ төҙөлөшөнә Өфөлә һәм Нефтекамала тормошҡа ашырылған биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү проекттары булышлыҡ итәсәк. Инженер инфраструктураһын әҙерләү өсөн «Стимул» программаһы эшләй, уның сиктәрендә федераль бюджеттан 7,2 миллиард һум субсидия бүленгән. Бынан тыш, республика 19,6 миллиард һумға инфраструктура бюджет кредиттарын йәлеп иткән. Бындай ярҙам 7,5 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөүҙе һәм файҙаланыуға тапшырыуҙы инженер инфраструктураһы менән тәьмин итәсәк.
Республикала ҡайһы берҙә йылдар буйына төҙөлөшкә рөхсәт алырға мәжбүр булған төҙөүселәр өсөн административ кәртәләрҙе ябайлаштырыу ҙа төҙөлөш тармағын әүҙемләштереүгә булышлыҡ итәсәк.
Алдағы 20 йылда Өфөлә төп иғтибар Затон, Дим биҫтәләре, Миловка, Романовка һәм Башҡортостан сәскәләре ҡасабалары ингән «Көнбайыш дуғаһы»н үҫтереүгә йүнәлтелә. Был биләмәләрҙә 6,8 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү планлаштырыла, ә уларҙың халҡы 226 мең кешегә артыр тип көтөлә.
Затонда — 80 мең кеше өсөн 2,6 миллион квадрат метр, Дим биҫтәһендә — 63 мең кеше өсөн 1,9 миллион квадрат метр, Миловкала һәм Романовкала 70 мең кеше өсөн 2,1 миллион квадрат метр торлаҡты сафҡа индереү, Башҡортостан сәскәләре ҡасабаһында 13 мең кеше өсөн 400 мең квадрат метр торлаҡ төҙөү күҙаллана.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.