Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
69.34
0
75.41
0
84.91
-1.75
-10 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Ғинуар , 16:48

Башҡортостан Башлығы республиканың тышҡы иҡтисади эшмәкәрлегендәге өҫтөнлөктәрҙе билдәләне

Башҡортостан Башлығы бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Белоруссия менән хеҙмәттәшлек республиканың тышҡы иҡтисади эшмәкәрлегендә төп өҫтөнлөктәрҙең береһе булыуын билдәләне.

«Унда беҙҙең менән эшләргә әҙер булған эшлекле кешеләр, көслө етәкселәр йәшәй. Беҙ бик күп пландар, өмөт, оптимизм менән ҡайттыҡ. Белорусь, предприятиелар, белорустар менән мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү мәсьәләһенә етди иғтибар бүлергә кәрәк, был беҙҙең эштә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора», — тине Радий Хәбиров.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостан Башлығының Беларусь премьер-министры Роман Головченко менән осрашыуында предприятиеларҙы берләштереү мәсьәләләрен тикшереүҙәре хаҡында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-01-23/glava-bashkirii-oboznachil-prioritety-vo-vneshneekonomicheskoy-deyatelnosti-respubliki-3115851

Автор:Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас в