Бөгөн «НефАЗ» маркалы тағы 35 яңы автобус Өфө маршруттарына сыҡты. Республика уларҙы «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә һатып алған. Алдағы ике йылда дәүләт ташыусыһына ҡала маршруттарын хеҙмәтләндереү өсөн газ-мотор яғыулығында эшләгән 85 ҙур класлы автобус бүленергә тейеш. Яңы күсмә состав Дәүләт транспорт лизинг компанияһы аша ғәмәлгә ашырылған дәүләт ҡатнашлығындағы программалар буйынса һатып алынған. 35 автобусҡа контракт суммаһы 493,5 миллион һум тәшкил иткән. Яңы автобус асҡыстарын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.
Башҡортостан илдең яңы федераль программа буйынса яңы автобустар алған беренсе төбәге булды, тип билдәләне «Башавтотранс»тың генераль директоры Надир Самиев.
«Республика етәкселегенең иғтибары күрһәткестәребеҙҙе яҡшыртырға һәм ошондай программаларҙа ҡатнашырға мөмкинлек бирә. Беҙ ҡуйылған бурыстарҙы лайыҡлы үтәрбеҙ һәм артабан да пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу өҫтөндә эшләрбеҙ», – тине Надир Самиев.
Яңы автобустар 75-се «Пушкин сауҙа-сервис комплексы – Амстар йәмғиәте» маршруты буйынса йөрөй.