16:29 (UTC+5), 18 Января 2023

Башҡортостан — оҙайлы төҙөлөшкә ҡаршы көрәш буйынса иң яҡшы төбәктәр иҫәбендә

2022 йылда республикала 66 алданған өлөшсөләр йорто проблемаһы хәл ителгән.

Альмира Давлетбаева

Территорияларҙы үҫтереү фонды уҙған йылға йомғаҡ яһаны. Фондтың күҙәтеү советы рәйесе — Рәсәй хөкүмәте вице-премьеры Марат Хөснуллин һүҙҙәренсә, 2022 йылдың 1 ғинуарына илдә 2,5 мең йорт проблемалылар иҫәбенә инһә, ә 2023 йылдың 1 ғинуарына проблемалы объекттарҙың берҙәм реестрында — 1,2 мең объект.

«Территорияларҙы үҫтереү фонды менән субъекттарҙың берлектәге эше һөҙөмтәһендә оҙаҡ төҙөлгән йорттар 1315-кә, йәғни ике тапҡырға тиерлек кәмегән, – тип билдәләне Марат Хөснуллин. – Был объекттар өлөшсөләренең хоҡуҡтары федераль йәки төбәк механизмдары менән яҡланған. Улар фатир асҡыстары йәки үҙҙәренә тейешле компенсация алырға хоҡуҡлы», – тип билдәләне вице-премьер.

Территорияларҙы үҫтереү фондының генераль директоры Илшат Шаһиәхмәтов объекттар һанын кәметеүҙә ыңғай динамика күҙәтелгән төбәктәрҙе атаны.

«Мәскәү өлкәһе, Ленинград өлкәһе, Краснодар крайы, Новосибирск өлкәһе, Башҡортостан», – тине ул.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, быйыл Башҡортостанда 39 проблемалы объекттың алданған өлөшсөләре мәсьәләһен хәл итеү бурысы тора. Бер йыл элек был һан 106 ине.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-01-18/v-pravitelstve-rf-otmetili-bashkiriyu-v-chisle-luchshe-regionov-po-borbe-s-dolgostroyami-3109947

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика