Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
69.34
0
75.41
0
84.91
-1.75
-10 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Ғинуар , 11:07

Республикала торлаҡтың уртаса баҙар хаҡы раҫланды

Валерий Шахов
Фото:Валерий Шахов

Башҡортостанда 2023 йылдың беренсе кварталына торлаҡтың бер квадрат метрының уртаса баҙар хаҡын раҫланылар. «Башинформ» агентлығына республиканың Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған бойороғонан билдәле булыуынса, ул 97 656 һумға тиң.

Билдәләнеүенсә, «квадрат»тың уртаса баҙар хаҡы республикала даими йәшәгән һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж граждандарға субсидияны иҫәпләү өсөн кәрәк.

Аҡса торлаҡ төҙөүҙә (һатып алыуҙа) ҡатнашыу өсөн федераль һәм республика бюджеттары иҫәбенә бүленә.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-01-16/v-bashkirii-utverzhdena-srednyaya-rynochnaya-stoimost-zhilya-3106313

Читайте нас в