2023 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда минималь хеҙмәт хаҡы бюджеттан тыш өлкәлә — 19 743 һум, бюджет өлкәһендә 18 678 һум була, тип хәбәр иттеләр республика хөкүмәтендә.
2023-2025 йылдарға минималь эш хаҡы тураһында килешеүгә республиканың социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссияһы ултырышында ҡул ҡуйылған. Документтарҙа Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры — финанс министры Лира Иғтисамованың, Профсоюздар федерацияһы рәйесе Гүзәл Мирошниченконың, Сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы рәйесе Айҙар Нәсибуллиндың ҡултамғалары тора.