Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.13
+0.02
18+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Декабрь 2022, 10:16

Хөкүмәт 2023 йылға эшһеҙлек буйынса пособие күләмен раҫланы

Рәсәй Хөкүмәте 2023 йылға эшһеҙлек буйынса пособие күләмен билдәләне. Уның максималь күләме элекке кимәлдә ҡала — 12 792 һум. Пособиеның минималь күләме 1,5 мең һум кимәлендә һаҡлана.

«2023 йылға: билдәләнгән тәртиптә эшһеҙ тип танылған граждандар өсөн («Рәсәй Федерацияһында халыҡ мәшғүллеге тураһында» статьяла күрһәтелгәнпенсия алды йәшендәге граждандарҙан тыш) эшһеҙлек пособиеһын кәмендә — 1500 һум, иң күбендә 12 792 һум күләмендә билдәләргә», — тиелә документта.

Башҡортостанда 2022 йылда эшһеҙлек буйынса пособиеның минималь күләме (төбәк компонентын иҫәпкә алып) 1 725 һум тәшкил итә. Максималь лимит — 14 710 һум.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-12-07/pravitelstvo-utverdilo-razmer-posobiya-po-bezrabotitse-na-2023-god-3061506

Читайте нас: