17:07 (UTC+5), 24 Ноябрь 2022

Башҡортостан Башлығы Федераль ҡаҙналыҡ етәксеһе урынбаҫары менән осрашты

Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

24 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Федераль ҡаҙналыҡ етәксеһе урынбаҫары Александр Михайлик менән осрашты.

«Беҙ һеҙҙең менән күп кенә проекттар сиктәрендә эшләйбеҙ, федераль бюджеттан республикаға йүнәлтелгән аҡсаға һаҡсыл ҡарайбыҙ. Әлбиттә, һеҙҙең кәңәштәрегеҙ беҙҙең өсөн бик мөһим», – тине Радий Хәбиров.

Федераль ҡаҙналыҡ етәксеһе урынбаҫары республиканың финанстар менән идара итеүгә бәйле эш һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы.

«Өфөнөң Волга буйы федераль округының финанс-иҡтисади органдары форумын үткәреү майҙансығы итеп һайланыуы осраҡлы түгел. Башҡортостан был йәһәттән башҡа төбәктәр өсөн яҡшы өлгө булып тора. Бында новациялар күп, уларҙы таратырға кәрәк», – тип билдәләне Александр Михайлик.

Ул республика етәкселегенә 2023 йылдың майында Бөтә Рәсәй форумының аҙаҡҡы этабындағы экспозиция майҙансығында Башҡортостанды күрһәтергә тәҡдим итте. Радий Хәбиров был башланғысты хупланы.

«Беҙ тәжрибәбеҙ менән уртаҡлашырға һәм форум эшендә әүҙем ҡатнашырға әҙербеҙ», – тине республика етәксеһе.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-11-24/glava-bashkirii-provel-vstrechu-s-zamestitelem-rukovoditelya-federalnogo-kaznacheystva-3044594

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика