Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
61.07
+0.32
63.39
+0.09
83.32
+0.29
-15 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Ноябрь , 13:59

Республикала мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы билдәле булды

Олег Яровиков
Фото:Олег Яровиков

Башҡортостан дәүләт учреждениелары мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы әлеге ваҡытта 46 мең һум тәшкил итә. Был турала Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа, «Мәҙәниәт» милли проектының үтәлешен контролдә тотоу буйынса эшсе төркөм ултырышында республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Гөлдәр Хәмитова хәбәр итте.

«Мин бюджеттан гарантияланған өлөш тураһында әйтәм, — тине Гөлдәр Хәмитова. — Бынан тыш, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең өҫтәмә килем алыу хоҡуғына эйә булыуын да оноторға ярамай. Күптәр шулай эшләй ҙә. Учреждениеларға килгәндә, һәр береһе индивидуаль. Мәҫәлән, ғәскәровсыларҙы алһаҡ, уларҙың уртаса эш хаҡы 70 мең һумға етә».

Волга буйы федераль округында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы кимәле буйынса Башҡортостан уртасалар рәтендә, тип өҫтәне мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина.

«Хеҙмәт хаҡы аҙыраҡ булған төбәктәр бар. Мәҫәлән, Силәбе өлкәһе, Удмуртия менән даими аралашабыҙ — уларҙа эш хаҡы күпкә түбәнерәк», — тине Наталья Лапшина.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-11-22/nazvana-srednyaya-zarplata-rabotnikov-kultury-bashkirii-3040452

Автор:Вероника Никитина
Читайте нас в